

Был “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы эшләнгән. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
ФАП заман талаптарына тулыһынса тура килә. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Әйткәндәй, ФАП Енғалыш ҡына түгел, күрше Лентовка һәм Борисовка ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.
"Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектының (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») төп маҡсаты - халыҡтың ғүмерен оҙайтыу. 2030 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 арттырыу планы ҡуйылһа, 2036 йылға 81 йәшкә еткереү планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы цифрлаштырыу эше алып барыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото Шишмә район үҙәк дауаханаһы сайтынан алынды.