

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә яңы резидент - Ә. М. Моратшин исемендәге стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең презентацияһы үтте. Кампустарҙы булдырыу һәм үҫтереү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (нацпроект «Молодежь и дети») сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сарала "Росстандарттың метрологик мәғариф кластеры" проекты тәҡдим ителде.
- Был майҙансыҡ предприятиеларҙы стандартлаштырыу һәм техник яҡтан көйләү өлкәһендә эштәрҙе ябайлаштырырға булышлыҡ итәсәк. Беҙҙең белгестәр оператив рәүештә консультациялар бирә һәм кампуста тормошҡа ашырылған фәнни-тикшеренеү проекттарына ярҙам итә аласаҡ, - ти Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге директоры Сергей Севницкий.
Сара сиктәрендә үҙәктең кампустың башҡа резиденттары һәм республиканың ғилми-белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәре буйынса фекер алышты.
– Әле Вуз-ара кампуста 36 вуз-ара лаборатория, инновацион объект һәм фәнни үҙәк иҫәпләнә. Республиканың биш юғары уҡыу йорто индустриаль партнерҙар һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәге менән берлектә проекттар өҫтөндә эшләй. Тикшеренеүҙәр тематикаһы киң һәм был процесс туҡталмай. Кампусты төҙөй башлағанда эштәр ошолай йылдам барыр тип күҙаллаған инек тә, - тигән фекерҙә Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: ДТРК.