Милли проекттар
18 Сентябрь 2025, 04:30

Мөһим мәсьәлә хәл ителә

Баймаҡ районында һыу менән тәьмин итеү системаһын комплекслы реконструкциялау тамамланды.

Мөһим мәсьәлә хәл ителәМөһим мәсьәлә хәл ителә
Мөһим мәсьәлә хәл ителә

Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә башҡарылған.

Яңыртыуға тиклем район халҡы өсөн был мәсьәлә бик сетерекле була, торбаларҙың иҫке булыуы үҙенекен итә - йыш ҡына авариялар булып тора. Хәҙер инфраструктура тулыһынса яңыртылған. Белгестәр 4450 метр торбаларҙы яңыға алмаштырған, туғыҙ яңы ҡоҙоҡ, дүрт юғары һөҙөмтәле насос урынлаштырған.

- Хәҙер һыу юғалтыу кеүек проблеманан арындыҡ, ә уның сифаты барлыҡ санитар нормаларға яуап бирә, - ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү һәм башҡалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас