Милли проекттар
21 Сентябрь 2025, 05:15

Стәрлетамаҡ “Таҙа һауаны һайлайым” акцияһы призеры булды

"Үҫеп килгән быуын араһында акцияны популярлаштырған өсөн" номинацияһында Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы еңеү яуланы. 

Стәрлетамаҡ “Таҙа һауаны һайлайым” акцияһы призеры булдыСтәрлетамаҡ “Таҙа һауаны һайлайым” акцияһы призеры булды
Стәрлетамаҡ “Таҙа һауаны һайлайым” акцияһы призеры булды

«Экология именлеге» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған «Таҙа һауаны һайлайым» IV Бөтә Рәсәй экологик акцияһы барышында Стәрлетамаҡ «Лидер-ҡала» номинацияһында өсөнсө урынды яуланы. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Ә «Үҫеп килгән быуын араһында акцияны популярлаштырған өсөн» номинацияһында Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы еңеүсе булды. «Разбег 24» тәүлек эстафетаһы ҙур саралар йүнәлешендә өсөнсө урынды яуланы.

Бынан тыш, «Иң әүҙем предприятие» номинацияһында Башҡортостан сода компанияһы һәм Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы еңеүсе булды. Акцияны ойоштороуға яуаплы ҡараш өсөн награда ҡала хакимиәтенә тапшырылды. «Таҙа һауаны һайлайым» акцияһында еңеүсе биш ҡала халҡы араһында иң әүҙем ҡатнашыусы булып Стәрлетамаҡта йәшәүсе Юлия Шишкова танылды.

«Экология именлеге» милли проекты тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күрә һәм уны кешеләр өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса бара: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе бөтөрөү һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ташландыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: наск.рф

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас