Милли проекттар
23 Сентябрь 2025, 05:45

Һаулыҡ үҙәгендә - яңы ҡорамалдар

"Оҙон һәм әүҙем тормош" милли проекты (нацпроект «Продолжительная и активная жизнь») сиктәрендә Бөрө ҡалаһының һаулыҡ үҙәгенә яңы медицина әйберҙәре алынды.

Һаулыҡ үҙәгендә - яңы ҡорамалдарҺаулыҡ үҙәгендә - яңы ҡорамалдар
Һаулыҡ үҙәгендә - яңы ҡорамалдар

Улар кәүҙә составын һәм матдәләр алмашыныуын биоимпеданслы анализатор липид, аҡһым һәм һыу алмашы күрһәткестәрен, метаболик процестар тиҙлеген баһаларға булышлыҡ итә. Шулай уҡ үлсәүҙәр, глюкометр һәм тонометр профилактик һәм диспансер эште сифатлы башҡарырға, сирҙәрҙе ваҡытында асыҡларға һәм халыҡтың һаулығын контролдә тоторға ярҙам итәсәк.

Үҙәктәге диагностик һәм үлсәү ҡорамалдарын яңыртыу - Бөрө халҡының ғүмерен оҙайтыу өсөн шарттар булдырыуға тағы бер аҙым.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас