Милли проекттар
26 Сентябрь 2025, 04:15

Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтә

Сарала ҡатнашыусылар команда квестында үҙ көстәрен һынап ҡарай, баскетбол йәки дартс уйнай, йога, тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша һәм спорт инвентары күргәҙмәһен баһалай ала. 

Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтәӨфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтә
Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтә

27 сентябрҙә Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале уҙа. Үҙенсәлекле сараны үткәреү «Инклюзив атлетика» программаһының «Һин уйында» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе арҡаһында мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр «Физик культураны һәм спортты үҫтереү һәм популярлаштырыу үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан.

Фестиваль Рәсәйҙә физик культура һәм спорт өлкәһендә тәүге социаль йоғонто проекты сиктәрендә уҙғарыла. Ул инвалидтарҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Сарала ҡатнашыусылар команда квестында үҙ көстәрен һынап ҡарай, баскетбол йәки дартс уйнай, йога, тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша һәм спорт инвентары күргәҙмәһен баһалай ала.

Фестивалде ойоштороусы булып «Физик культураны һәм спортты үҫтереү һәм популярлаштырыу үҙәге» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, спорт менеджерҙары командаһы сығыш яһай. Уларҙың «Инклюзив атлетика» программаһы «Һин уйында» спорт проекттары конкурсында «Сикһеҙ мөмкинлектәр» номинацияһында билдәләнгән. Еңеү программаға танылыу ғына түгел, ә махсус «Партнер призы» – IRON KING көс тренажерҙары йыйылмаһын һатып алыу сертификаты ла алырға мөмкинлек биргән. Был адаптив физик культура менән шөғөлләнеү мөмкинлектәрен киңәйтә.

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы (государственная программа «Спорт России») физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм уларҙы яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күмәк саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Фестивалдең рәсми сайтынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас