

Был турала БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә. Подряд ойошмаһы бында ҡырсынташ һәм ҡом түшәй.
- Уразай - Нажар юлы Балтас районының бер нисә ҙур булмаған ауылын тоташтыра. Уларҙа йәмғеһе 1,5 мең кеше йәшәй. Шулай итеп, улар өсөн хәүефһеҙ юл булдырылды, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар, шул иҫәптән "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национального проекта «Инфраструктура для жизни»), РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото - ВГТРК.