Милли проекттар
10 Октябрь 2025, 06:30

Спортсылар, һеҙҙең иғтибарға

12 октябрҙә баш ҡалабыҙҙа "Өфө ожерельеһы" велоуҙыш-маунтинбайкы — Өфө ҡалаһы чемпионаты үтәсәк.

Спортсылар, һеҙҙең иғтибарғаСпортсылар, һеҙҙең иғтибарға
Спортсылар, һеҙҙең иғтибарға

Сара "Рәсәй спорты" дәүләт программаһы (государственная программа "Спорт России ") маҡсаттарына ярашлы ойошторола.

Ҡатнашыусылар өсөн 33-сө Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе янында трасса әҙерләнгән. 18 йәшкә тиклем балаларға ҡатнашыу бушлай. Спорт ойошмалары спортсылары 9 йәштән ҡатнаша ала, ә ҡалғандар - 14 йәштән.

— «Өфө ожерельеһы» урман-парк трассаларында ярышырға уникаль мөмкинлек бирә. Уҙыш профессионалдарға ла, профессиональ булмаған спортсыларға ла, төрлө йәш категорияларына ла тура килә. Башҡортостанда йылдан-йыл ошондай сифатлы спорт саралары артыуына шатмын, -ти БР велоуҙыш федерацияһы етәксеһе Ринат Латыпов.

 

 

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас