Милли проекттар
15 Октябрь 2025, 04:15

Эштәр әүҙем бара

Дүртөйлө районында Дүртөйлө - Нефтекама юлындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелә.

Эштәр әүҙем бараЭштәр әүҙем бара
Эштәр әүҙем бара

Был -  "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национального проекта «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә төҙөкләндерелгән иң ҙур күпер. Уның оҙонлоғо 745 метр тәшкил итә.

— Был күпер төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәр өсөн бик мөһим. Ул халыҡты федераль трассалар менән тоташтыра, Өфөгә һәм башҡа ҙур ҡалаларға, шулай уҡ башҡа төбәктәргә барыу мөмкинлеген бирә. Көнөнә күпер аша дүрт мең тирәһе машина үтә. Уны төҙөкләндереү юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙлек һҙм уңайлылыҡ тәьмин итәсәк, - ти транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Эштәр графикка ярашлы алып барыла һәм 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Төҙөкләндереү барған ваҡытта күпер аша светофор менән көйләнгән бер яҡлы хәрәкәт ойошторолған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас