Милли проекттар
22 Октябрь 2025, 05:45

Гүзәл заттарға бүләк

Хәйбулла районында "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөлә.

Гүзәл заттарға бүләкГүзәл заттарға бүләк
Гүзәл заттарға бүләк

Әлегә нигеҙ һалынған, тимер конструкциялар ҡоролған, электр һәм һыу үткәреү эштәре дауам итә. Яңы бина барлыҡ заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирәсәк, тиҙәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Башҡортостанда барлығы 39 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы эшләй. Быйыл республикала "Әсәлекте һәм бала саҡты һаҡлау" (проект «Охрана материнства и детства») проекты эшләй башланы. Уның ярҙамында ауыл ерендә 12 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөләсәк. Уларҙың дүртәүһә модулле булһа, һигеҙе медицина ҡоролмалары менән дә йыһазландырыласаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Уларҙың береһе - "Ғаилә" милли проекты (национальный проект «Семья»).

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас