Милли проекттар
23 Октябрь 2025, 04:30

Эшҡыуарҙар өсөн шәп мөмкинлек

Башҡортостанда йәшәүсе эшҡыуарҙарҙан ер биләмәһенә сервитут ҡуйыуға 600-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән

Эшҡыуарҙар өсөн шәп мөмкинлекЭшҡыуарҙар өсөн шәп мөмкинлек
Эшҡыуарҙар өсөн шәп мөмкинлек

Йыл башынан "Дәүләт хеҙмәттәре" төбәк порталында ер биләмәһенә сервитут ҡуйҙырыу буйынса электрон хеҙмәт менән 663 юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуар файҙаланған. Эшҡыуарҙар өсөн электрон сервистарҙы үҫтереү - "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектының (нацпроект «Экономика данных») төп йүнәлештәренең береһе.

— Ер мәсьәләләре буйынса һанлы сервистарҙың эшҡыуарҙар өсөн файҙалы һәм кәрәкле булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим . Тимәк беҙ уларға уңайлы һәм һөҙөмтәле инструменттар тәҡдим итә алғанбыҙ, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Сервитут механизмы законлы нигеҙҙә башҡа ер биләмәһе эйәһенең бер өлөшөн файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Сервитут ҡуйыуға рөхсәт алыу хеҙмәте 18 көн эсендә күрһәтелә һәм ул бушлай.

—Эшҡыуарҙар өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр мөмкинлеген арттырыу, айырыуса мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә, бик мөһим, — ти Башҡортостандың дәүләт менән идара итеүҙе һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас