

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәгенең үҙәк офисында үҙ эшеңде асыу темаһына семинар уҙғарылды. Ул “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект "Кадры") маҡсаттарына ярашлы үткәрелде.
Сара йәш эшҡыуарҙарға, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡаттнашҡандарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, тип белдерҙеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
“Бындай саралар унда ҡатнашыусыларға бизнесты алып барыу, эшлекле мөхитте яҡшыртыу менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү, бәйләнеш урынлаштырыу, продукцияны яңы һатыу баҙарҙарына сығарыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә”, – ти Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.
Семинар аҙағында кворкинг-сессия ла үткәрелде, унда үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешелде.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин указы нигеҙендә барлыҡҡа килде.
Фото: социаль селтәрҙән.