Милли проекттар
28 Октября 2025, 05:50

Башланғыстар тормошҡа ашырыла

Өфөлә "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектын (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән "Көмөш старт" мәғариф программаһының төбәк этабы тамамланды.

Башланғыстар тормошҡа ашырылаБашланғыстар тормошҡа ашырыла
Башланғыстар тормошҡа ашырыла

Был программа бизнес алып барған йә булмаһа эшҡыуарлыҡ буйынса идеяларын тормошҡа ашырырға теләүсе 60 йәштән өлкән граждандар өсөн булдырылған.

Уҡыуҙар баш ҡалала "Киләсәк фабрикаһы" коворкингы майҙансығында офлайн-интенсив форматында үтте. Унда ҡатнашыусылар ун көн дауамында эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, һанлы белем буйынса дәрестәрҙә булды, шулай уҡ консультациялар алды. Барлығы 35 ғариза ҡабул ителгән булһа, уларҙың 25-е финалға барып етте.

Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Стәрлебаш райондары вәкилдәре ауыл хужалығы, сәнәғәт, хеҙмәт күрһәтеү, мәҙәниәт, туризм өлкәһенән төрлө проекттар тәҡдим иткән. Проекттарҙы яҡлау һәм тантаналы бүләкләү Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә үтте.

150 мең һум күләмендәге федераль грантты Илеш районынан Өлфәт Шәрифуллин алды. Ул тәҡдим иткән "Олатай тирмәне экоэкскурсияһы" социаль-мәҙәни проекты Ҡыҙыл Байраҡ ауылындағы боронғо тирмәнде яңыртыуға йүнәлтелгән. Шулай уҡ был башланғыс сиктәрендә ошо ауылдан сыҡҡан ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Рахмановҡа арналған икмәк музейы ойоштороласаҡ.

"Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проектының (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») маҡсаты - иҡтисадты, финанс баҙарҙы үҫтереү, инвестицион әүҙемлекте, конкуренцияны арттырыу, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү. Айырым иғтибар иҡтисадтың перспективалы сәнәғәт йүнәлешенә, юғары технологияларға, йәштәр бизнесына бүленә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас