Милли проекттар
28 Октябрь 2025, 06:05

Стәрле буйы матурланды

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһы буйы төҙөкләндерелгән. Хоҙайбирҙин, Сакко һәм Ванцетти урамдары буйлап күперҙәр араһындағы биләмә "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект «Инфраструктура для жизни») сиктәрендә яңыртылды, тип хәбәр итәләр ҡала округы хакимиәтенән.

Стәрле буйы матурландыСтәрле буйы матурланды
Стәрле буйы матурланды

Бында йәйәүлеләр өсөн һыҙаттар барлыҡҡа килгән, яҡтылыҡ үткәрелгән, архитектур формалар урынлаштырылған. Шулай уҡ эскәмйәләр менән пирстар ҡуйылған, ҙур спорт зонаһы эшләнгән.

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») маҡсаты - ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү, шул иҫәптән юлдар һәм торлаҡ төҙөү-төҙөкләндереү, йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы тәртипкә килтереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу, уңайлы йәмәғәт транспорты иҫәбен арттырыу.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас