

"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") "Уңайлы ҡала мөхите булдырыу" федераль программаһы сиктәрендә Һаулыҡ һуҡмағы һәм Дашкович аллеяһы төҙөкләндерелә, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Һаулыҡ һуҡмағында былтыр асфальт юл һалынған, яҡтылыҡ үткәрелгән, эскәмйәләр, кесе архитектур формалар ҡуйылған, балалар зонаһы һәм воркаут-майҙансыҡ яһалған. Быйыл спорт майҙансығына резина түшәлгән.
Был майҙансыҡта балалар баҡсалары һәм мәктәптәр өсөн спорт саралары, шулай уҡ "Башҡортостанда оҙон ғүмер" программаһы ҡатнашыусылар өсөн иртәнге күнекмәләр уҙғарыла. Ҙур иғтибар Ағиҙел буйындағы Дашкович аллеяһына бирелә. Бында йәйәү йөрөү урынына дымдан һаҡланыусы материалдар түшәү, күҙәтеү майҙансығы, фотозона урынлаштырыу, эскәмйәләр ҡуйыу, яҡтылыҡ үткәреү планлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Торлаҡ-коммуналь министрлығы.