

Бүздәк район дауаханаһына ике хирургия яҡтыртҡысы килтерелде. Был «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Хирургия яҡтыртҡыстары операция яһағанда һәм диагностик тикшереүҙәр үткәргәндә операция өҫтәлен яҡтыртыу өсөн хеҙмәт итә, эш майҙанының киңлеген һәм яҡтылыҡтың кимәлен көйләй, юғары сифатлы яҡтылыҡ менән тәьмин итә. Инфраҡыҙыл һәм ультрашәмәхә өлкәләрҙә нурланыш юҡ. Бынан тыш, яҡтыртыу блоктары еңел хәрәкәт итә, вертикаль күсәрҙәр тирәләй сикләнмәгән әйләнештә йөрөй ала, шулай уҡ кәрәкле хәлдә ышаныслы теркәлә.
– Был милли проект медицина ярҙамы сифатын һәм пациенттарыбыҙҙың именлеген арттырыуға йүнәлтелгән. Заманса яҡтыртҡыстар операциялар һәм тикшеренеүҙәр ваҡытында оптималь яҡтыртыуҙы тәьмин итеп, һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Александр Овчинников.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan