

Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты (нацпроект "Инфраструктура для жизни") сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Дүрмәнәй һәм Түмәнәк ауылдары араһында асфальт түшәлгән, һыуүткәргес торба алыштырылған, юл ситтәре нығытылған, юл һыҙаттары һыҙылған.
- Шаран-Түмәнәк юлы Туймазы һәм Шаран райондарын тоташтыра. Трассаның был биләмәһе халыҡ өсөн мөһим маршрут булып тора, уның аша М-5 "Урал" федераль трассаһына сығып була, - ти республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һ. б. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы