Милли проекттар
11 Ноябрь 2025, 04:30

"Яҡтыкүл" шифаханаһы милли проект ҡатнашыусыһы булды

Процедураларҙы көтөү ваҡытының ҡыҫҡарыуы, эске процестарҙы оптималләштереү һәм сервис кимәленең күтәрелеүе һауыҡтырыу һөҙөмтәһендә генә түгел, беҙҙең төбәктә медицина туризмының үҫешендә лә ыңғай сағылыш таба. 

"Яҡтыкүл" шифаханаһы милли проект ҡатнашыусыһы булды"Яҡтыкүл" шифаханаһы милли проект ҡатнашыусыһы булды
"Яҡтыкүл" шифаханаһы милли проект ҡатнашыусыһы булды

«Яҡтыкүл» шифаханаһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Эффективная и конкурентная экономика») «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды. Шулай итеп, шифаханала һаҡсыл технологиялар индерелә башланы, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтендә. «Яҡтыкүл» проектҡа йәлеп ителгән республиканың дүртенсе шифаханаһы булды.

– Шифахана-курорт өлкәһендә һаҡсыл менеджмент индереү – ул рекреацион сервис сифатын күтәреүгә һәм, шуға  бәйле төбәктең туристар өсөн күркәмлеген арттырыуға тура юл, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. ­– Процедураларҙы көтөү ваҡытының ҡыҫҡарыуы, эске процестарҙы оптималләштереү һәм сервис кимәленең күтәрелеүе һауыҡтырыу һөҙөмтәһендә генә түгел, беҙҙең төбәктә медицина туризмының үҫешендә лә ыңғай сағылыш таба.

Бынан алда «Ҡарағай» шифаханаһы процестарҙы оптималләштереүҙең уңышлы миҫалын күрһәтте. Туҡланыу системаһын яңыртыу, атап әйткәндә, «швед өҫтәле» системаһына күсеү һөҙөмтәһендә ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү тиҙлеге бында 40 процентҡа артты, ә иҡтисади һөҙөмтәне айына бер миллион һумға баһаланылар.

Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары проекттың яңы ҡатнашыусыһы булған «Яҡтыкүл» шифаханаһына адреслы ярҙам күрһәтәсәк.

– Беҙ шифахана коллективы менән старт осрашыуын үткәрҙек. Әле яҡшыртыу өсөн пилот йүнәлеше билдәләнә. Яҡын арала шифахана ҡунаҡтарының ял һәм сәләмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта башлаясаҡбыҙ, – тип һөйләне Башҡортостандың Төбәк компетенециялар үҙәгенең проекттар етәксеһе Артем Астафуров.

Фото: https://санаторий-яктыкуль.рф

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас