Милли проекттар
16 Ноябрь 2025, 14:30

БДМУ пептид химияһы өлкәһендә инновациялар булдыра

Университеттың Өфө вуз-ара кампусындағы ғилми лабораторияларында медицина химияһының бөтә бүлектәре буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә.

БДМУ пептид химияһы өлкәһендә инновациялар булдыраБДМУ пептид химияһы өлкәһендә инновациялар булдыра
БДМУ пептид химияһы өлкәһендә инновациялар булдыра

Башҡорт дәүләт медицина университетының Молекуляр гибридтар лабораторияһында юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы нигеҙендә медицина, химия, биология һәм биотехнология өсөн ғәмәли әһәмиәткә эйә булған пептидтар һәм биоконъюгаттар эшләнә. Пептид синтезаторы дарыуҙар эшләү өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Тикшеренеүҙәр «Һаулыҡ технологиялары» милли проекты (национальный проект «Технологии здоровья») маҡсаттарына ярашлы үткәрелә, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

– БДМУ-ның ғилми лабораторияларында медицина химияһының бөтә бүлектәре буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Йәш ғалимдар һәм аспиранттар ядро синтезы, хелатор синтез, иң алдынғы молекулалар трейсерҙары технологияларын өйрәнә, улар бөгөн йәки иртәгә тигәндәй Рәсәй баҙарына сығырға тейеш. Был беҙҙең университет өсөн бик мөһим, сөнки беҙ һаулыҡ һаҡлау өсөн кадрҙар етештереүсе юғары уҡыу йорто ғына түгел, ә яңы йүнәлештәр, яңы белемдәр, яңы Рәсәй технологияларын эшләүсе юғары уҡыу йорто ла, - тип билдәләне БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Пептидтар бик күп функциялар һәм ҡулланыуҙар менән биомолекулаларҙың мөһим класынан ғибәрәт. Уларҙы синтезлауҙың заманса алымдары терапия сараларын әҙерләү өсөн яңы офоҡтар аса. «Өҫтөнлөк-2030» үҫеш программаһы ярҙамында университет заманса пептидлы синтезатор һатып алған.

– Лабораторияның бурысы – пептидтарҙы синтезлау ғына түгел, ә уларҙы инженерлыҡ алымдары ярҙамында алыу. Беҙ, биология һәм химия ысулдарына нигеҙләнеп, пептидтарҙы терапияла ҡулланыу өсөн аминокислоталар сылбырын үҙгәртеү өҫтөндә эшләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды лаборатория етәксеһе Эмиль Яманһаров.

Яңы ҡорамалдар республика өсөн уникаль, элек төбәктә пептид синтезаторҙары булмаған. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай өс кенә ҡорамал бар.

– Беҙ республикала молекула синтезынан алып әҙер дарыу булдырыуға тиклем тулы ғилми-производство циклын булдырабыҙ. БДМУ-ның молекуляр гибридтар лабораторияһы эшмәкәрлеге – йәшәү өсөн мөһим препараттарҙы импортты алмаштырыуға һәм баҙарҙа инновациялы Рәсәй терапия преператтарының барлыҡҡа килеүенә тура юл, – тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Өфө вуз-ара кампус сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас