Милли проекттар
21 Ноябрь 2025, 09:30

Көйөргәҙе районы мәктәптәре яңы ҡорамалдар алды

Хәҙер дәрестә егеттәр Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты макеттары, ҡул гранаталары муляждарын өйрәнә, ә ҡыҙҙар тегеү машиналары, манекендар, елемле пистолеттар, биҙәү таҡталары йыйылмаһы менән файҙалана. Уҡыусылар дәрестәрҙең күпкә ҡыҙыҡлы үтә башлауын билдәләй. 

Көйөргәҙе районы мәктәптәре яңы ҡорамалдар алдыКөйөргәҙе районы мәктәптәре яңы ҡорамалдар алды
Көйөргәҙе районы мәктәптәре яңы ҡорамалдар алды

Көйөргәҙе районының ун мәктәбендә «Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» һәм «Хеҙмәт» (технология) предметтары буйынса кабинеттар йыһазландырылған. Ҡорамалдарҙы «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») буйынса һатып алдыҡ, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.

Атап әйткәндә, Ермолаев, Зәк-Ишмәт, Керәүле-Илюшкин, Абдул, Яңы Таймаҫ, Бахмут, Яҡшембәт ауылдарының белем биреү учреждениеларында, шулай уҡ Аҡһары һәм Илкәнәй ауылдары мәктәптәрендә матди-техник база яңыртылған.

Хәҙер «Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре» дәрестәрендә Калашников автоматы һәм Макаров пистолеты макеттары, ҡул гранаталары муляждары, һаҡланыу костюмдары, противогаз һәм респираторҙар файҙаланыла. Егеттәр өсөн технология кабинеттарында лазер менән ҡырҡыу станоктары, мөйөшлө шымартыу машиналары, верстактар ҡуйылған, ағасты яндырыу ҡорамалдары, ҡырҡҡыстар бар. Технология кабинеттарында ҡыҙҙар өсөн тегеү машиналары, манекендар, елемле пистолеттар, биҙәү таҡталары йыйылмаһы, аш-һыу әҙерләү комплекттары һәм башҡалар барлыҡҡа килгән.

«Ошондай заманса ҡорамалдарҙы файҙаланыу уҡыусыларҙың практик оҫталығын формалаштырыуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, уларҙың белемгә ҡыҙыҡһыныуын арттыра һәм балаларға өйрәнелгән теоретик материалды яҡшыраҡ аңларға мөмкинлек бирә», – тип билдәләне Тыуған илде һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе Әнүәр Табулдин.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙ-үҙҙәрен күрһәтә алыуы өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогтарҙың квалификацияһын күтәреү, белем биреү өсөн яңы алымдар һәм уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм «Өҫтөнлөк 2030» программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас