Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ноябрь 2025, 10:45

200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты

«Киберателье» аҡыллы кейем лабораторияһы, ҡытай теле үҙәге, «Берлога» киберфизика технологиялар оҫтаханаһы һәм «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. 

200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу һәм Фән айлығына ярашлы, Өфө вуз-ара студенттар кампусында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең терәк мәктәбе – 21-се лицей уҡыусылары булды. Мауыҡтырғыс сәйәхәт барышында 200-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусыһы республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән танышты. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Уҡыусылар инновацияларҙың ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улар Өфө фән һәм технологиялар университетының, Өфө нефть техник университетының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары технологиялы лабораторияларында булды.

«Киберателье» аҡыллы кейем лабораторияһы, ҡытай теле үҙәге, «Берлога» киберфизика технологиялар оҫтаханаһы һәм «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бынан тыш, уҡыусыларға бер нисә йылдан вуз-ара кампустың ниндәй буласағын күрһәттеләр һәм буласаҡ студенттарҙы көткән перспективалар хаҡында һөйләнеләр.

- Заманса йыһазландырылған белем биреү киңлектәрен булдырыу – «Йәштәр һәм балалар» милли проектының төп өҫтөнлөктәренең береһе. Вуз-ара студенттар кампусы кеүек проекттар уҡыусыларға фән донъяһына юл асып ҡына ҡалмай, шулай уҡ киләсәк иҡтисады өсөн кадрҙар резервын булдырып, юғары белем биреүҙең төбәк системаһын үҫтереү өсөн стимул булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Наталья Никитина.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башланы.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас