Стәрлебаш районы уҡыусылары «Мәктәп агростартапы» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын яуланы. Сара йәштәрҙе ауылда эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән һәм «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» федераль проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Мәктәп уҡыусылары, Самира Туҡтарова, Карина Ғимазова һәм Милана Ҡурамшинаның бизнес-проектының темаһы – йорт шарттарында микройәшелсәләр үҫтереү. Ҡыҙҙар өсөн был яңылыҡ түгел ине, сөнки улар ата-әсәләренә баҡсала ҙур ихласлыҡ менән ярҙам итә. Ҡыҙҙар руккола, борсаҡ, редис һәм гәрсис сәскән. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә төркөм ойоштороп, уңыштары менән уртаҡлашып баралар. Үҫеп килгән уңышҡа һатып алыусылар ҙа табыла. Яратҡан эштәре менән мауығып шөғөлләнеп, команда ситтән тороп ойошторолған федераль этапты еңел үтә һәм көтмәгәндә конкурстың финалына сыға.
Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән өсөн бүләк – баҡса кәрәк-ярағы йыйылмаһы һәм мини-теплица. Бүләк ителгән ҡорамалдарҙы команда Стәрлебаш ауылындағы Ижад йортона тапшырырға ҡарар иткән.
- Был ҡыҙҙар өсөн дә, минең өсөн дә бик яҡшы тәжрибә булды. Беҙ башҡа төбәктәрҙең сығыштарын тыңланыҡ һәм агросәнәғәт өлкәһенең төрлө булыуына хайран ҡалдыҡ. Был саранан илһамланып ҡайттыҡ, киләһе йылға яңы тема өҫтөндә уйлайбыҙ, - тип билдәләне команданың остазы Мария Черненко.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!