Федераль урман хужалығы агентлығы «Экология именлеге» милли проектының (национальный проект «Экологическое благополучие») «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты маҡсаттарына ярҙам итеү өсөн ойошторолған мәктәп урмансылыҡтарының «Иң яҡшы мәктәп урман хужалығы» Бөтә Рәсәй смотр-конкурсына йомғаҡ яһаны, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.
Быйыл жюри хөкөмөнә илдең 46 төбәгенән 123 эш килде, был конкуренцияның юғары кимәлдә булыуы хаҡында һөйләй. Башҡортостан Республикаһының мәктәп урман хужалыҡтары был ярышта әүҙем ҡатнашты, шулай уҡ бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: уларҙың бер нисәүһе төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Мәҫәлән, «Мәктәп урман хужалығының практик эшмәкәрлеге» номинацияһында отчет осоронда тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегендә ярайһы ҙур алға китеште күрһәткәне өсөн М.Х. Абдуллин исемендәге мәктәп урмансылығы (Нуриман районы) билдәләнде.
«Мәктәп урмансылығының аң-белем таратыу эшмәкәрлеге» номинацияһында тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендәге агитация һәм аң-белем таратыу сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Йәшел урман» берләшмәһе (Әбйәлил районы) иң яҡшыһы тип табылды.
– Башҡортостан Республикаһы мәктәп урман хужалыҡтарының ҡаҙаныштары үҫеп килеүсе быуынды экологик яҡтан тәрбиәләүгә ҙур өлөш индереүҙәрен билдәләй. Беҙ Нуриман һәм Әбйәлил райондарындағы йәш коллегаларыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Носратуллин.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Наиль Акмеев
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!