Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Декабрь 2025, 09:15

Балалар роботтар яһаны

«Экороботтар оҫтаханаһы» проектында Благовещендың 570-тән ашыу уҡыусыһы ҡатнашты  

Балалар роботтар яһаны
Балалар роботтар яһаны

«Башҡортостан-СИБУР кванториумы» балалар технопаркында «Экороботтар оҫтаханаһы» фестивале уҙҙы. Сара «Экология именлеге» милли проекты (национальный проект «Экологическое благополучие») сиктәрендә ойошторолдо һәм 2025 йылдың июненән ноябренә тиклем Благовещен ҡалаһының 1-11-се кластарынан 570-тән ашыу уҡыусыны берләштерҙе. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр.

Фестиваль 180-гә яҡын уҡыусыны йыйҙы, улар инглиз телендә инженер оҫталыҡ дәрестәрендә, ғилми эксперименттарҙа, экологик ликбезда һәм команда уйындарында ҡатнашты. Көҙгө инженер интенсивтары ваҡытында балалар менән ижад ителгән экороботтар проекттары күргәҙмәһе төп ваҡиға булды.

- Кванториум майҙансығында партнерҙар менән бергә инженер оҫталыҡ дәрестәре, ғилми эксперименттар, экологик ликбез, инглиз телендә команда уйындары үткәрҙек. Фестиваль ҡатнашыусылары һәм ҡунаҡтары «Экороботтар оҫтаханаһы»ның көҙгө интенсивында уҡыусылар яһаған экороботтар проекттарын ҡарай алды, - тип аңлатма бирҙе Балалар технопаркы директоры Марсель Фәйрүзов.

Ярты йыл дауамында «Экороботтар оҫтаханаһы» сиктәрендә мәктәп уҡыусылары өсөн экология буйынса дәрестәр, мастер-кластар ойошторолдо. Экологик белем биреүҙе техник ижад менән берләштереү проекттың үҙенсәлеге булып торҙо: балалар, иҫке электр һәм радио приборҙары деталдәрен файҙаланып, роботтар эшләргә өйрәнде, ҡулланыу һәм ресайклинг дәрестәрен практикала алды.

Яңыртылған милли проекттар, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Фото: Благовещен ҡалаһы технопаркы сайтынан (https://vk.com/tehnoparkblagrb)

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Балалар роботтар яһаны
Балалар роботтар яһаны
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас