Төҙөкләндереү өсөн кадрҙар әҙерләү "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының (нацпроект "Инфраструктура для жизни") бурысы булып тора.
Курсты Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министрлығы әҙерләгән. Уҡыу ваҡытында белгестәр эштән бушатыласаҡ. Лекцияларҙы һәм практик дәрестәрҙе ӨДНТУ-ның әйҙәүсе уҡытыусылары, төбәктең дәүләт экспертизаһы белгестәре, проект етәкселәре алып барасаҡ. Программаны үтеүселәр квалификация арттырыу тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү, йәмәғәт урындарын һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу һәм яңыртыу, йәмәғәт транспорты һанын арттырыу. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото "Милли проекттар" сайты