Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2025, 22:45

Был робот музыка тыңлай, бейей, яҡтырта белә

Уны Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенттары эшләгән. 

Был робот музыка тыңлай, бейей, яҡтырта белә
Был робот музыка тыңлай, бейей, яҡтырта белә

Өфө дәүләт нефть техник университетының Евразия политехник мәктәбе студенттары Робот техникаһы лабораторияһы ҡулайламаһының прототибын һәм уникаль «Робот-үрмәксе» йыйылмаһын эшләгән.

Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (национальный проект «Молодёжь и дети») «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан.

Яңы робот техникаһы системалары программалауҙы, электротехниканы, электрониканы һәм механика нигеҙҙәрен практикала өйрәнергә мөмкинлек бирә. Уҡыу процесында асыштарҙы ҡулланыуҙың уйланылған сценарийҙары ярҙамында студенттар яңы методик база булдыра алды.

«Робот-үрмәксе» күп нәмәгә һәләтле. Мәҫәлән, музыка уйнаған мәлдә робот хәрәкәт итә һәм яҡтырта.

Студенттар был робот техникаһы лаборатория манипулятор-ҡоролмаһы менән ғорурлана. Был асыш белем биреү өлкәһенә тәғәйенләнһә лә, сәнәғәт роботтары менән байтаҡ уртаҡлыҡтары бар. Тимәк, ул ҡатмарлы етештереү системалары менән танышыуға тәүге аҙым булып тора.

Егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың идеялары бик күп. Мәҫәлән, ҡулайлама-манипуляторҙы компьютер күреү һәләте менән тоташтырыу, «робот-үрмәксе» өсөн мобиль ҡушымта булдырыу һәм башҡалар.

"Робот техникаһын өйрәнеү электроника, электротехника, аддитив технологиялар, прототип, 3D-моделдәр, программалау өлкәһендә төрлө күнекмәләр үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Яңы технологик процестарҙы проектлай, әҙер эшкәртмәләрҙе берләштерә, булған системаларҙы оптималләштерә белеү - быларҙың барыһы ла студенттарға киләсәктә профессиональ өлкәлә кәрәк буласаҡ. Робот техникаһының нигеҙе – һәр заманса инженерҙың ҡоралы ул. Һәр хәлдә, ул нимәнең нисек эшләүен белергә, кәрәк булһа, артабан үҙ тармағында ҡуллана алырға тейеш», – тип билдәләне Евразия политехник мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы Андрей Бодылев.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

 Фото: https://gtrkrb.ru

 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас