1984 йылда үҙ тарихын башлаған китап яңыртылып һәм өҫтәмә мәғлүмәттәр менән тулыланып баҫылып сыҡты.
Унда республикала һирәк осраған йәнлектәр тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Сара "Экологик именлек" милли проекты (нацпроект «Экологическое благополучие») ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, тинеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.
- Был китап өҫтөндә эшләгән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Был ҙур эште беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары һәм студенттарының фиҙакәр хеҙмәте ярҙамында башҡарып сығарҙыҡ. Был беҙҙең тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән эшебеҙҙең башы ғына булыуына ышанам, — тип билдәләне Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла
Фото: Нияз Фазыловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.