Һамарҙа үткән сара "Экологик именлек" милли проекты (нацпроект "Экологическое благополучие") ярҙамы менән ойошторолған. Форумдың төп маҡсаттары - экологик мәҙәниәтте үҫтереү, Рәсәйҙең тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау, тирә яҡ мөхиткә ҡарата аңлы һәм яуаплы мөнәсәбәткә күберәк граждандарҙы йәлеп итеү.
Сара сиктәрендә стратегик сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссиялар, фекер уртаҡлашыуҙар уҙғарыла. Башҡортостан исеменән унда "Таҙа уйындар" Бөтә Рәсәй проектының төбәк координаторы Альбина Дойникова һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы популярлаштырыусы, ирекмән Айгөл Хөсәйенова ҡатнашты.
- Бындай юғары кимәлдәге сарала ҡатнашыу һәр ваҡыт эш өсөн яңы импульс бирә. Беҙ фекерҙәштәребеҙҙең дәрте менән тулыландыҡ, шулай уҡ район-ҡалаларыбыҙҙа "Таҙа уйындар"ҙы тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм файҙалыраҡ уҙғарыу яңы идеялар тупланыҡ, - тип билдәләне Альбина Дойникова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.