Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2025, 06:00

Иң яҡшы эшҡыуарҙар билдәләнде

Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә "Йыл эшҡыуары-2025" республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Иң яҡшы эшҡыуарҙар билдәләнде
Иң яҡшы эшҡыуарҙар билдәләнде

Ул "Эффектив һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты (нацпроект «Эффективная и конкурентная экономика») һәм "Башҡортостан Республикаһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү" дәүләт программаһы ярҙамында ойошторолдо. ‎Конкурста йәмғеһе 18 номинация тәҡдим ителгән. ‎

- Быйыл "Йыл эшҡыуары" конкурсы 20-се тапҡыр уҙғарылды. Уның маҡсаты - эшҡыуарлыҡ өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәне һәм ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыу, уңышлы эшләүсе, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индереүсе эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм бүләкләү. Республика этабына 142 ғариза ҡабул ителде, ә финалға 50 ҡатнашыусы сыҡты, - тип билдәләне республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

‎Иң күп ғаризалар «Иң яҡшы ғаилә бизнесы», «Йылдың иң яҡшы социаль эшҡыуары», «Ауыл хужалығы өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар», «Креатив индустрия өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар» һәм «Йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар" номинацияларына булған. ‎Предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, һалым, страховка иғәнәләре күләме, килем кимәле, яңы эш урындары һаны, хәйриә эше һәм эшлекле абруй - жюри ағзалары ҡатнашыусыларҙы ошо критерийҙар буйынса баһалаған. ‎

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. ‎ ‎

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас