Яңауыл ҡалаһында сменаһына 150 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән балалар поликлиникаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») буйынса төҙөлә. Был хаҡта Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Ике ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Әле белгестәр эске биҙәү һәм яңы ҡорамалдар ҡуйыу эштәрен тамамлай. Учреждениела бер нисә инеү урыны һәм лифт ҡаралған. Шулай уҡ унда тар профилле белгестәр, физиотерапия, массаж, ультратауыш һәм рентгенология тикшереүҙәре кабинеттары һәм заманса лаборатория урынлашасаҡ. Ә эргә-тирәләге биләмәлә парковка урындары, тротуарҙар һәм балалар майҙансығы төҙөү күҙаллана.
«Күп йылдар дауамында балалар поликлиникаһы ҡыҫынҡы шарттарҙа эшләргә мәжбүр булды. Был кескәй пациенттарға ла, медицина персоналына ла уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Тиҙҙән хәл бөтөнләй үҙгәрәсәк. Элекке авария хәлендәге йорттар урынында бөтә заманса стандарттарға яуап биргән иркен бина төҙөлә», - тип билдәләне Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Ирина Тажетдинова.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын – 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Новости” Янаула” төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!