Шәхси иҫәптән күсермә стаж, пенсия коэффициенттары, тупланмалар һәм эш биреүсенең күсермәләре тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерергә мөмкинлек бирә.
2025 йылдың 11 айында Башҡортостан халҡы Рәсәй Социаль фондының шәхси иҫәбенән күсермә алыу электрон хеҙмәте менән 639 мең тапҡыр файҙаланған. Электрон сервистарҙы үҫтереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» милли проекты (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Дәүләт идара итеүен һанлы үҫтереү министрлығынан.
- Һанлы дәүләт сервистары тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең күбеһе дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың онлайн форматын һайлай. Граждандарҙың дәүләт менән хеҙмәттәшлеген мөмкин тиклем уңайлыраҡ һәм тиҙерәк итеү өсөн электрон сервистарҙы үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Шәхси иҫәптән күсермә стаж, пенсия коэффициенттары, эш биреүсенең йыйылған аҡсаһы һәм күсергән суммаһы тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ күсермәлә ниндәй пенсия фондында пенсия тупланмалары урынлаштырылғаны һәм уларҙы инвестициялау һөҙөмтәһе ниндәй булыуы күрһәтелә.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!