1,4 мең квадрат метр майҙанлыҡ бассейн “Рәсәй спорты” дәүләт программаһын (государствнная программа "Спорт России") тормошҡа ашырыу скитрендә асыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.
Бассейнда 25 метрлыҡ өс һыҙат бар, ул заманса һыу таҙартыу системаһы менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ сисенеү бүлмәһе, йыуыныу урыны һәм сауна бар. Бассейнға сәғәтенә 40 кеше йөрөй ала. Яңы комплекста шулай уҡ йөҙөү буйынса күнекмәләр, һыу гимнастикаһы уҙғарырға һәм сортсыларҙы ярыштарға әҙерләргә мөмкин.
- Бассейн Федоровка районының 90 йыллыҡ юбилейына шәп бүләк булды. Ауырлыҡтарға ҡарамай, районыбыҙ үҫешә һәм яҡшы перспективалар менән алға бара. Объект халыҡтың тормош сифатын яҡшыртасаҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаясаҡ, - тип билдәләне Федоровка районы башлығы Венер Насретдинов.
“Рәсәй спорты” дәүләт прораммаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға, шулай уҡ рәсәйҙәрҙең тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Илдә ошоға бәйле инфраструктура киңәйтелә, күмәк саралар уҙғарыла, «Эшкә һәм оборонаға әҙер» физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә.
Программа РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан башлап тормошҡа ашырыла.
Татьяна Зәйнуллина фотоһы.