Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Декабрь 2025, 10:30

Һөйөнөслө ваҡиға

Мораҡ ауылында 14 етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды

Һөйөнөслө ваҡиға
Һөйөнөслө ваҡиға

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында яңы 24 фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылды һәм был йорттан 14 фатир етем балаға бирелде. ‎Уңайлы йәшәү шарттарын булдырыу, шул иҫәптән льготлы категория граждандар өсөн, «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының (нацпроект "Инфраструктура для жизни") төп бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында. ‎

— Өс ҡатлы йорттоң дөйөм майҙаны 1,3 мең квадрат метрҙан ашыу, ул республика Торлаҡ төҙөлөш фонды тарафынан төҙөлдө, ауылдың үҙәгендә, мәктәп һәм башҡа мөһим социаль объекттар янында урынлашҡан. Яңы йортло булыусыларҙы был мөһим ваҡиға менән ҡотлайым, — тип билдәләне Башҡортостандың  ‎Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. ‎

Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү сараларын тормошҡа ашырыу эшенә айырыуса иғтибар бирелә. Быйыл был маҡсаттарға федераль бюджеттан һәм республика бюджетынан 2,8 миллиард һум бүленгән. ‎Йыл башынан республика буйынса 779 бала яңы торлаҡ менән тәьмин ителде. Йыл аҙағына тиклем был һанды 950 кешегә тиклем арттырыу планлаштырыла. ‎Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

 

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас