«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (нацпроект "Молодежь и дети") тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университетында, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең университеттар араһындағы кампус резидентында, Башҡортостанда беренсе белем биреү майҙансығы — «Сокол» Киберполигоны асыла, тип хәбәр иттеләр республиканың мәғариф министрлығынан.
Заманса виртуаль лабораториялар программалы-техник комплекс менән кибер уҡыуҙар үткәреү һәм мәғлүмәтте һаҡлау буйынса белгестәрҙе әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән, реаль киберһөжүмдәрҙе моделләү һәм уларҙы булдырмау ысулдарын эшкәртеү мөмкинлеген бирә. Өфө фән һәм технологиялар университетының киберполигонһы заманса кибер һөжүмдәргә һөҙөмтәле ҡаршы тора ала торған белгестәр әҙерләү өсөн мөһим инструментҡа әйләнә. Студенттар мәғлүмәт һаҡлау менән бәйле йүнәлештәр буйынса теоретик белемдәрен практикала ҡуллана, кибер һөжүмдәр шарттарында ҡарар ҡабул итеү оҫталығын үҫтерә һәм конкуренцияға һәләтле профессиональ компетенциялар формалаштыра. Буласаҡ «цифрлы спецназ» виртуаль киберполигонда реаль бурыстарға әҙерләнә.
— Киберполигон Информатика, математика һәм робототехника институты базаһында булдырылды. Был институт төбәктең һәм илдең цифрлы иҡтисады өсөн юғары квалификациялы ИТ белгестәр әҙерләй, бөгөн төбәктә мәғлүмәти технологиялар һәм математика өлкәләрендә төп компетенциялар үҙәге булып тора. Заманса киберполигон студенттар һәм уҡытыусылар өсөн яңы офоҡтар аса, Өфө фән һәм технологиялар университетының цифрлы технологиялар өлкәһендәге алдынғы уҡыу йорто булараҡ позицияларын нығыта, — тип билдәләне университет ректоры Вадим Захаров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото:Өфө фән һәм технологиялар университеты сайтынан.