Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар , 08:30

‎Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы

Милли проект Языков дауаханаһының автопаркын яңыртырға ярҙам итте.

‎Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы
‎Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлы

«Оҙон һәм әүҙем ғүмер» милли проектын (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Языков үҙәк район дауаханаһының автопаркы "Lada Vesta" маркалы автомобиль менән тулыланды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. ‎

Автомобиль дүрт пассажирҙы, шул иҫәптән сәләмәтлеге сикләнгән пациентты йөрөтөргә иҫәпләнгән. Бының өсөн алдағы ултырғыс махсус механизм менән йыһазландырылған. Әгәр пассажир инвалид креслоһынан күсһә, ул креслоны урынлаштырыу өсөн багажникта тейешле урын ҡаралған, уға ҡайыштар беркетелгән.

‎«Һуңғы ике йылда дауахананың автопаркы 60 автомобиль менән тулыланды. Улар амбулатор поликлиникаларҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Яңы автомобилдәр пассажирҙар һәм водителдәр өсөн бик уңайлы», — тип билдәләй Языков үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алмаз Заһиҙуллин. ‎

Фото: Языков үҙәк район дауаханаһы.

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас