Милли проекттар
22 Апреля , 06:35

Илдең иң яҡшы парктары беҙҙә

Башҡортостандан ике парк еңеү өсөн көрәшә.

Илдең иң яҡшы парктары беҙҙәИлдең иң яҡшы парктары беҙҙә
Илдең иң яҡшы парктары беҙҙә

Башҡортостандың  ике йәмәғәт киңлеге “Илдең иң яҡшы парктары” премияһының финалына сыҡты. Был объекттар “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярашлы булдырылды. Был турала төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы илдең парктар ассоциацияһы менән берлектә өсөнсө тапҡыр иң яҡшы йәмәғәт биләмәләрен премия менән билдәләй. Финалсылар асыҡланған, еңеүселәр Мәскәүҙә 22 апрелдә иғлан ителә. Улар араһында ике объект Башҡортостандан: Салауат ҡалаһындағы “Рәхим итегеҙ” тигән биләмә һәм Мәләүез районы Воскресенск ауылындағы “Воскресенск заводы” тарихи-мәҙәни комплексы.

Дөйөм алғанда конкурсҡа 32 номинация буйынса 459 ғариза ҡабул ителгән. Әле жюри ағзаларының тауыш биреүе иғлан ителде. Был иһә һәр категория буйынса лауреаттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк. “Рәхим итегеҙ” тигән биләмә “Спорт парктары” тигән номинацияға тура килә. Ул Владимир, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Одинцово ҡалаларындағы объекттар менән көрәшә.

“Воскресенск заводы” тарихи-мәҙәни комплексы еңеү өсөн түбәндәге  төбәктәрҙең вәкилдәре  менән көс һынаша: Санкт-Петербург, Тула, Татарстан, Ямал-Ненец автономиялы округы.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас