Милли проекттар
23 Апрель , 05:00

Өфөлә 5-се лицейҙы капиталь ремонтлайҙар

1979 йылда төҙөлгән бинаны реконструкциялауға ярашлы ҡыйыҡты һәм фасадты ремонтлау, инженер коммуникацияларын алмаштырыу ҡаралған. Лицей эсендә уҡыу кабинеттары, коридорҙар, ашхана, спорт һәм тамаша залдары, санитар-көнкүреш бүлмәләре тулыһынса үҙгәртеләсәк. 

Өфөлә 5-се лицейҙы капиталь ремонтлайҙарӨфөлә 5-се лицейҙы капиталь ремонтлайҙар
Өфөлә 5-се лицейҙы капиталь ремонтлайҙар

Өфөләге 5-се лицей «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодёжь и дети») буйынса яңыртыла. Учреждениела эштәр быйыл ғинуарҙа башланды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.

1979 йылда төҙөлгән бинаны реконструкциялауға ярашлы ҡыйыҡты һәм фасадты ремонтлау, инженер коммуникацияларын алмаштырыу ҡаралған. Лицей эсендә уҡыу кабинеттары, коридорҙар, ашхана, спорт һәм тамаша залдары, санитар-көнкүреш бүлмәләре тулыһынса үҙгәртеләсәк.

"Объектта эштәр динамикаһы яҡшы – дөйөм эштәрҙең 22 проценты башҡарылған. Лицей биләмәһен төҙөкләндереүгә ҡала бюджетынан өҫтәмә финанслау бүленә. Биҫтә үҫешә, балалар һаны арта. Быйыл Өфөлә федераль аҡса иҫәбенә рекордлы һандағы объекттарҙы – 16 мәктәпте ремонтлайбыҙ. Был – ҡала өсөн ҙур ярҙам. Балаларыбыҙ уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн бындай мөмкинлекте һөҙөмтәле файҙаланабыҙ", – тип билдәләне Өфө мэры Ратмир Мәүлиев.

«Йәштәр һәм балалар» милли проекты һәләтле балаларҙы үҫтереү һәм йәштәргә үҙҙәрен төрлө яҡлап асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм белем биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенән.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!    

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас