

Өфө халҡы киләһе, 2027 йылда төҙөкләндереү өсөн объекттар һайлай, бының Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүендә ҡатнашырға була. Ул 21 апрелдә “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы итеп, алтынсы тапҡыр ойошторолдо.
12 июнгә тиклем "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында тауыш бирергә мөмкин.
Был хаҡта Өфө ҡала округы хакимиәте хәбәр итә. Ҡала халҡына 16 төҙөкләндереү объектының береһен һайларға тәҡдим ителә.
Дим районы:
Гатчина урамындағы “Баланов” паркы
Калинин районы:
Н. Гастелло исемендәге парк һәм уның янындағы шул уҡ исемдәге стадион биләмәһе;
Яңы Максимовка биҫтәһенең Юшатыр урамындағы сквер ;
«Алтын шайба» скверы, Гвардия урамы, 58/5.
Киров районы:
Салауат Юлаев исемендәге майҙан;
“Йәш армиясылар” скверы, Мөбәрәков урамы.
Ленин районы:
"Тулҡын" паркы (арт-объект ҡуйыу).
Октябрь районы:
Нуғай ауылындағы сквер;
“Студенттар скверы”;
Тюлькин бульвары.
Орджоникидзе районы:
Тыныслыҡ урамындағы 4-се йорт ҡаршыһындағы сквер;
Нежин урамы буйлап урынлашҡан сквер (Тыныслыҡ урамынан алып Ульяновтар урамына тиклем);
Архитектура, Маяковский, Калинин урамдары һәм урындағы автомобиль юлы тирәләй сквер;
Трамвай ҡулсаһы биләмәһе (Космонавтар урамы, ӨДНТУ тирәләп).
Совет районы:
Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙан, Октябрь проспекты;
Йәштәр һарайы алдындағы майҙан, Октябрҙең 50 йыллығы урамы;
Быйыл баш ҡалала 2025 йылда һайланған йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү бара.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Фото, мәғлүмәт: gorodufa.ru/about/info/news/...
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan