

2026 йылдың тәүге кварталында Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәттәренең республика порталы аша “Һөт кухняһында” махсус туҡланыу алыуға 9697 ғариза ебәргән. Социаль яҡтан әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, яңы сервистар булдырыу – “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Экономика данных”) төп маҡсаттарының береһе булып тора. Был турала Башҡортостандың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә.
-Махсус туҡланыу алыу хеҙмәте йылдан-йыл республика порталында танылыу ала бара. Былтыр төбәктә йәшәүселәр 44 меңдән ашыу ошондай ғариза ебәргән. Социаль әһәмиәтле дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереүҙе үҫтереүҙе дауам итеү мөһим, – тине Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Льготалы категорияға ҡараған ауырлы ҡатындар, имеҙеүсе әсәләр, өс йәшкә тиклемге балаларҙы бушлай махсус туҡланыу (“Һөт кухняһы”) менән тәьмин итеү хеҙмәтен күрһәтеү ваҡыты 15 эш көнө тәшкил итә. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн ғаризаны ҡарау ваҡыты 10 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.