Милли проекттар
24 Апрель , 02:30

Йәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡан

ӨДНТУ студенттары ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан фурфурил спирты сығарыу буйынса технология өҫтөндә эшләй.

Йәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡанЙәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡан
Йәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡан

Ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлы бар. Был хаҡта Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты Екатерина Жолобова менән уның командаһына ингән курсташ ҡыҙҙары яҡшы белә. ӨДНТУ студенттары ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан фурфурил спирты сығарыу буйынса технология өҫтөндә эшләй.

Ҡыҙҙарға акселерация программаһы һәм юғары уҡыу йортонда технологик эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү тәүге аҙымдарҙы яһарға булышҡан. ӨДНТУ өсөн технология эшҡыуарлығы – «Йәштәр һәм балалар» милли проектының (нацональный проект “Молодежь и дети”) «Приоритет-2030» йүнәлешенә ярашлы университетты үҫтереү программаһында төп йүнәлештәрҙең береһе, тип хәбәр итә юғары уҡыу йорто.

– Һеҙҙә бушлай сеймал – мәҫәлән, көнбағыш ҡабығы йәки кукуруз сәкәне – бар тип күҙ алдына килтерегеҙ, уларҙы ғәҙәттә яндыралар йәки ташлайҙар. Йыл һайын Рәсәйҙә 20 миллион тоннанан ашыу ауыл хужалығы ҡалдыҡтары яндырыла. Ә хәҙер, был ҡалдыҡтарҙан ҡиммәтле химик продукт – күп сәнәғәт предприятиеларына кәрәкле фурфурил спирты яһарға мөмкин, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта фурфурил спиртының 90 проценты Ҡытайҙан һатып алына, – тип аңлата Екатерина. – Әгәр бушлай ҡалдыҡтарҙы дефицитлы продуктҡа әйләндерә торған технология уйлап тапһаҡ, был бер юлы ике проблеманы – экологик һәм иҡтисади проблеманы хәл итер ине.

Екатерина Жолобова проектының уникаллеге шунда: технология махсус рәүештә Рәсәй сеймалына – беҙҙең илдә етерлек булған көнбағыш ҡабығы һәм кукуруз сәкәндәренә таяна. Ошо арҡала етештергән продукттың үҙҡиммәте сит ил аналогтарына ҡарағанда 30–50 процентҡа түбәнерәк була.

– Беҙ технологияны – ентекле документацияны һәм технология процесының компьютерҙағы моделен булдырабыҙ. Уны лицензия рәүешендә агрохолдингтар йәки химия предприятиелары һатып алып, йылына 100 тоннанан 5000 тоннаға тиклем спирт продукцияһы етештереүҙе асып ебәрә ала. Ябай ғына әйткәндә, беҙ башҡаларға ҡалдыҡтарҙы табышҡа әйләндерергә ярҙам итәбеҙ, – ти Екатерина Жолобова.

Студент ҡыҙҙар әйтеүенсә, яҡын арала хәл итә торған иң мөһим бурыс – уларҙың технологияһын ысынбарлыҡта һынап ҡарарға риза булған ауыл хужалығы предприятиеларын табыу.

– Беҙ «ҡағыҙ» килешеү өсөн генә түгел, ә уйлап тапҡан алымыбыҙҙың, компьютерҙағы моделләштереүҙән тыш, ысын етештереүҙә лә ярҙам иткәнен күрһәтерҙәй проектты тормошҡа ашырыр өсөн партнерҙар эҙләйбеҙ, – тип билдәләй йәш ғалимдар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Мәғлүмәт, фото: dzen.ru/rusoil

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

Йәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡан
Йәш уйлап табыусылар ҡалдыҡтарҙы килемгә әйләндереү юлын тапҡан
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас