

Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курс студенты Флорид Алтынсурин “Тыуған яғымдың урындағы үҙидара тарихы” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) патриотик рухтағы төрлө проекттарҙа, программаларҙа ҡатнашыусы йәштәргә ҙур ярҙам күрһәтә. Был турала юғары уҡыу йортонда хәбәр иттеләр.
Конкурста ҡатнашыусылар урындағы урындағы үҙидара темаһына эссе-тикшеренеү эше башҡарырға тейешле була. Дауалау факультеты студенты Флорид Алтынсурин медицина, һаулыҡ һаҡлау үҫеше өлкәһендә Өфө губернаһы эшен анализлай. Студенттың ғилми етәксеһе - БДМУ-ның философия кафедраһы доценты Вәлиә Ҡотошова.
Жюри составына ҡануниәт власы вәкилдәре, төҙөүселәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре инә. Барлығы 40 номинацияла 600-ләп еңеүсе билдәләнә.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.