Милли проекттар
29 Апреля , 03:30

"Мәктәп 21"-ҙә 150 кеше белемен арттыра ала

Был проект буйынса теләгән бер кеше кәрәкле ИТ-профессияға бушлай өйрәнә ала. Уҡыу программаһына эләгер өсөн элекке белем, эш тәжрибәһе, программалау оҫталығы һәм һөнәргә бәйле дипломдың булыуы мөһим түгел.

"Мәктәп 21"-ҙә 150 кеше белемен арттыра ала"Мәктәп 21"-ҙә 150 кеше белемен арттыра ала
"Мәктәп 21"-ҙә 150 кеше белемен арттыра ала

“Мәктәп 21”-ҙә 150 кеше ИТ өлкәһенә бәйле һөнәрҙәргә өйрәнә ала. Был турала БР Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итә. Мәктәп Өфө вуз-ара студенттар кампусында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодёжь и дети”) сараларын ғәмәлгә ашырыу айҡанлы былтыр июнь айында асылғайны.

Быйылғы, икенсе уҡыуҙарҙа Өфө ҡалаһы, Һамар һәм Силәбе өлкәләре, Удмуртстан һәм Пермь крайы вәкилдәре ҡатнаша. "Мәктәп 21" проекты буйынса теләгән бер кеше кәрәкле ИТ-профессияға бушлай өйрәнә ала. Уҡыу программаһына эләгеү өсөн элекке белем, эш тәжрибәһе, программалау оҫталығы һәм һөнәргә бәйле дипломдың булыуы мөһим түгел.

– Төп уҡыуҙарға яҙ башында һайлап алыуҙа ҡатнашҡан 312 кешенең 150-һе үтте. Уртаса йәштәре – 27, ә иң өлкән ҡатнашыусыға 53 йәш. Иң ҙур ихтыяж программалаштырыу белгесе, мәғлүмәттәр буйынса белгес, шулай уҡ бизнес һәм система аналитигы һөнәрҙәренә күҙәтелә, – тип билдәләй Өфөләге “Мәктәп 21” директоры Екатерина Подымова.

Уҡырға инер өсөн киләһе шарттарҙы үтәргә кәрәк: проект сайтында теркәлергә; хәтер мөмкинлектәрен һәм логик фекерләүҙе асыҡлауға ҡоролған онлайн-уйында ҡатнашырға; мәктәп тураһындағы видеоны ҡарарға; документтарҙы сайтта теркәргә; 14 көнлөк һайлап алыу этабын үтергә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: education.bashkortostan.ru

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас