

Быйыл йыл башынан Башҡортостан сит илгә 60 тонна бал оҙатҡан. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә ебәреү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) башҡарыла тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Татлы ризыҡтың 20 тоннанан ашыу сираттағы партияһы Сербияға оҙатылған. Был продукцияны Өфө предприятиеларының береһе әҙерләгән. Өс партия сәскә балы 200 литрлы һауыттарға ҡойолдо, ветеринария надзоры белгестәре тарафынан һәм лабораторияла тикшерелеү үтте, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы күҙәтеүеның төбәк идаралығы.
2025 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 103, 7 тонна бал экспортлаған, был унан алдығы йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.
Автор фотоһы.