Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла

1-се китапханала әле капиталь ремонт үткәрелә, был заманса, уңайлы һәм куп функциялы майҙансыҡ булдырырға форсат бирә.

Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырылаОктябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла
Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла

Ҡаланың 1-се китапханаһында тиҙҙән “Девон легендалары” тип аталған үҙәк барлыҡҡа килә. Быны “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ярҙамында тормошҡа ашырырға мөмкин. Был хаҡта Октябрьский ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Сауҙа-һатып алыу процедуралары үткәрелеп, ҡорамалдар килтерелә башлаған да инде. Мәҫәлән, үҙәк әленән үк нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәт, интерактив иҙән, уйындар өсөн ҡомлоҡ, төргәкле ҡорғандар, бинаны биҙәү өсөн йыйылма, компьютерҙар, фәнни шоу ойоштороу өсөн йыйылмалар һәм башҡалар менән тәьмин ителгән.

Эштең мөһим йүнәлеше, әлбиттә, – хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу. Ике хеҙмәткәр уҡыу курстарында белемдәрен һәм оҫталыҡтарын арттырған. Балалар менән эшләү һөҙөмтәле булһын өсөн, яңылыҡтарҙан артта ҡалмау мөһим.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: 1-се китапханала әле капиталь ремонт үткәрелә, был заманса, уңайлы һәм куп функциялы майҙансыҡ булдырырға форсат бирә.

“Ғаилә” милли проекты балалар үҫтергән ата-әсәләргә ярҙам итеү алымдарын бергә туплай. Бөтә илдә әүҙем оҙон ғүмергә өлгәшеүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла. 14–22 йәшлек үҫмер һәм йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә ярҙам иткән «Пушкин картаһы» программаһы ла дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В. В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

 

Фото: vk.com/okt_neft

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

 

 

Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла
Октябрьскийҙа балалар өсөн мәҙәни-мәғрифәти үҙәк булдырыла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас