Дәүләт ярҙамы эшҡыуарҙың логистик бизнесын яңы кимәлгә сығарған

Эшҡыуарҙың яҡын аралағы пландарында - бизнесты артабан киңәйтеү һәм төбәктә позицияларын нығытыу. Компания хеҙмәтләндерелгән йүнәлештәр һанын арттырырға планлаштыра һәм үҙ автопаркын киңәйтеү һәм йөктәрҙе мониторинглауҙың яңы системаларын индереү өсөн артабан инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарай.

Дәүләт ярҙамы  эшҡыуарҙың логистик бизнесын яңы кимәлгә сығарғанДәүләт ярҙамы  эшҡыуарҙың логистик бизнесын яңы кимәлгә сығарған
Дәүләт ярҙамы эшҡыуарҙың логистик бизнесын яңы кимәлгә сығарған

Октябрьский ҡалаһында йөк ташыуҙы ойоштороу буйынса компания етәксеһе Зилә Шәрипова “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты сиктәрендә Башҡортостан микрокредит компанияһында бер миллион һум күләмендә льготалы займ алған. Финанс ярҙамы яңы контрагенттарға түләү өсөн һығылмалы шарттар тәҡдим итергә мөмкинлек биргән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

Займ менән файҙаланған осорҙа эшҡыуар даими нигеҙҙә ике яңы ҙур клиент йәлеп иткән, был предприятиеның табыш күләменең артыуына булышлыҡ иткән.

—  Милли проект сиктәрендә микрофинанс ярҙамы эшҡыуарҙар башланғысын ғәмәлгә ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр аса, граждандарға үҙ эшен асырға ла, үҫтерергә лә мөмкинлек бирә. Башҡортостан микрокредит компанияһы асыҡ эшмәкәрлек алып бара һәм эшҡыуарҙар өсөн файҙалы шарттар тәҡдим итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Октябрьский ҡалаһында урынлашҡан Зилә Шәрипова компанияһы транспорт магистралдәре киҫелешендә стратегик яҡтан отошло урын биләй, ул Рәсәй буйлап һәм унан ситтә лә тиҙ арала маршруттар төҙөргә мөмкинлек бирә. Логистиканың үҙенсәлеге - алдан түләгәндә заказсыларҙан түләүҙе оҙайлы ваҡытҡа кисектереү - касса өҙөктәре булдыра һәм үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙе сикләй.

Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн эшҡыуар Башҡортостан микрокредит компанияһына мөрәжәғәт иткән. Аҡса әйләнештәге финансты тулыландырыуға йүнәлтелгән, был партнерҙар менән ваҡытында иҫәпләшергә һәм яңы клиенттарға һығылмалы шарттар тәҡдим итергә мөмкинлек биргән.

— Ошо микрокредит ойошмаһын һайлау ҡарар ҡабул итеү тиҙлеге һәм асыҡ шарттар менән бәйле. Транспорт өлкәһендә кесе эшҡыуарлыҡ өсөн оперативлыҡ үтә мөһим: кәрәкле мәлдә тиҙ генә аҡса алыу мөмкинлеге файҙалы контрактты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Был кредит беҙгә финанс йөкләмә генә түгел, ә һөҙөмтәле үҫеш инструментына әүерелде, - тип билдәләне Зилә Шәрипова.

Эшҡыуарҙың яҡын аралағы пландарында - бизнесты артабан киңәйтеү һәм төбәктә позицияларын нығытыу. Компания хеҙмәтләндерелгән йүнәлештәр һанын арттырырға планлаштыра һәм үҙ автопаркын киңәйтеү һәм йөктәрҙе мониторинглауҙың яңы системаларын индереү өсөн артабан инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарай.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас