

Загородный ауылында яңы спорт-уйын майҙансығы төҙөләсәк. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) ярҙамында үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә.
Майҙансыҡ Баҡса урамында урынлашасаҡ, унда әҙерлек эштәре башланған да инде. Әле белгестәр ер эштәре башҡара: участканы тигеҙләй һәм артабан ҡоролмалар ҡуйыу өсөн нигеҙ әҙерләй. Объектты тулыһынса файҙаланырға мөмкин булһын өсөн, параллель рәүештә кәрәкле инженер селтәрҙәре һалына.
Төҙөлөш ваҡытына биләмәне кәртәләйҙәр, был халыҡтың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләнә.
Эштәр тамамланғандан һуң Загородный халҡына ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса һәм функциональ урын барлыҡҡа киләсәк. Проект ауылда йәшәү сифатын яҡшыртыуға тағы бер аҙым буласаҡ.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы.
Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Я Люблю Стерлитамак