

Экологик акцияла ҡатнашыусылар Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйында “Экологик именлек” (национальный проект “Экологическое благополучие”) милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышында ике мең ҡарағай ултыртты. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр иттеләр.
Экологик башланғысты урындағы халыҡ һәм был биләмәгә килгән ҡунаҡтар хупланы. Ҡатнашыусылар ылыҫлы ағастар ултыртып ҡына ҡалманы, "Рәсәй һыуы" акцияһы сиктәрендә яр буйҙарын тәртипкә килтерҙе.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Антон Гладышев билдәләүенсә, сарала 500-ҙән ашыу ирекмән ҡатнашҡан. Күмәк көс менән уның эргәһендәге территорияла ике мең ҡарағай ултыртылған, ике саҡрым оҙонлоҡтағы яр буйы һыҙаты таҙартылған һәм 10 тоҡ сүп-сар йыйылған. Сара тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, республика халҡының иғтибарын тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү проблемаларына йәлеп итеү маҡсатында үткәрелде.
“Экологик именлек” милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Азамат Иҙрисовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.