

2026 йылдың 20 майына тиклем Башҡортостан эшҡыуарҙары “Бизнес-Уңыш” асыҡ милли эшҡыуарлыҡ премияһының төбәк этабында ҡатнаша ала. Сара Өфөлә “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) сиктәрендә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
– “Бизнес-Уңыш” премияһы төбәк проекттарын киңәйтергә, шулай уҡ уларҙың федераль кимәлдә танылыуына булышлыҡ итә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республика туғыҙ башланғыс премияның федераль этабына сыҡты, уларҙың береһендә еңеүсе булды, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Ҡатнашыусыларҙы бай программа, эксперт ярҙамы һәм федераль кимәлдә иң яҡшылар исеменә көрәш өсөн финалсылар иҫәбенә инеү мөмкинлеге көтә. Ул бизнес-проекттар презентацияһы менән кейс-конференцияны, оҫталыҡ дәрестәрен, финанс, инвестициялар, һалым һалыу, һатып алыу һәм маркетинг темалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙе үҙ эсенә ала.
Ҡатнашыусылар “Иң яҡшы йәштәр проекты”, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар проекты”, “Иң яҡшы технологик проект”, “Иң яҡшы ғаилә бизнесы”, “Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә иң яҡшы проект”, “Иң яҡшы социаль проект” һәм “Халыҡ эшҡыуары” номинацияларында проекттарҙы яҡлай ала.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Бизнес-Уңыш” сайтынан.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...