

Башҡортостандағы ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән “Стартэк" компанияһы 150-нән ашыу илдә һатып алыусыһын тапҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр иттеләр.
Предприятиеға “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы ярҙам иттеләр. Шулай итеп, урман сәнәғәтенә ҙур халыҡ-ара платформаға урынлашыу донъя баҙарына сығыу мөмкинлеген бирҙе. Был республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында мөмкин булды. Ойошма финанслауҙың 80 процент сығымын үҙ өҫтөнә алды. Бынан тыш, үҙәк белгестәре компания белгестәрен халыҡ-ара платформала шәхси кабинетта эшләргә өйрәтте.
"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ватан компанияларына туранан-тура ярҙам системаһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Милли проекттың төп бурыстары – һөҙөмтәле эшләүсе механизмдарҙы ҡулайлаштырыу һәм импортер илдәрҙә инфраструктура булдырыу буйынса эште көсәйтеү.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.