

Республикала беренсе тапҡыр икмәк музейы асылды. Ул Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан. Ҡыҙыҡлы яңылыҡты БР Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
Үҙенсәлекле музей асылыуы ауыл хужалығы комплексы һөнәрҙәрен популярлаштырырға мөмкинлек бирә, тимәк, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология яғынан тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) маҡсаттарына яуап бирә.
Традицион халыҡ мәҙәниәте символдары ҡулланып эшләнгән “Беҙҙең йорт” майҙансығын Бәләбәй эшҡыуарҙары Диләрә менән Азат Бәшәровтар үҙҙәренең “Беҙҙең икмәк” икмәк бешереү предприятиеһында асҡан. Күп профилле майҙансыҡта хәҙер интерактив музей, кәсепсенең ижад йорто һәм банкет залы бар.
Музейҙы асыу тантанаһында “Беҙҙең йорт” буйлап экскурсия ойошторолған. Ҡунаҡтарҙы Бәләбәй кәсепселәре һәм улар етештергән әйберҙәр менән таныштырғандар. Килеүселәр шулай уҡ эшҡыуарҙар предприятиеһында бешерелгән икмәкте лә тәмләп ҡараған. Теләүселәр етештереү цехтарын ҡараған, эшсәндәр менән аралашҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.
Мәғлүмәт, фото: agriculture.bashkortostan.ru/presscenter/news/
Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan